Декабрҙең тәүге көнөндә Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Астананың  «Барыҫы» менән осраша 01.12.2014

Дәғүәселәр Чернышев дивизионының икенсе баҫҡысы өсөн көрәшәсәк.

Әлегә юлаевсылар 34 уйындан һуң - 52, Ҡаҙағстан командаһы - 33 сығыштан 50 мәрәй йыйған. Быйылғы миҙгелдә Астанала майҙан хужалары яҡташтарыбыҙҙы 5:4 иҫәбе менән еңгәйне. Өфөлә, киреһенсә, «Салауат Юлаев» клубы 5:3 иҫәбе менән өҫкә сыҡты. Һуңғы уйындарҙа юлаевсыларға ла, барыҫтарға ла уңыш йылмайманы. Салауат Юлаев командаһы Омскиҙың «Авангард»ынан 1:2, «Барыҫ» үҙ боҙондағы матчтың овертаймында Владивостоктың «Адмирал»ынан 4:5 иҫәбе менән отолдо. Бөгөнгө уйын «Өфө-Арена» боҙ һарайында сәғәт етелә башлана. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика