«Cалауат Юлаев» клубы көйәрмәндәре бөгөн календарҙағы йәшел көндө билдәлә 16.04.2015

Теүәл дүрт йыл элек юлаевсылар Гагарин кубогын яуланы.

Вячеслав Быков тәрбиәләнеүселәре финалда «Атлант» хоккейсыларын еңеүгә өлгәште. Улар Мәскәү өлкәһе коллективын серияла 4-1 иҫәбенә ҡыйратты. Ул ваҡытта йондоҙло команда составында  Виктор Козлов, Александр Радулов, Игорь Григоренко,  Патрик Торесон, Андрей Кутейкин, Дмитрий Калинин, Александр Свитов, Константин Кольцов кеүек билдәле уйынсылар сығыш яһаны. Әйткәндәй, был хоккейсыларҙың күбеһе быйылғы миҙгелдә башҡа командалар составында Гагарин кубогы өсөн көрәшеүен дауам итә. Шулай уҡ Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин да бөгөн «СКА» клубын етәкләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика