Быйылғы миҙгелдә Нефтекаманың «Торос» клубы илдең юғары хоккей лигаһының кәмендә бронза миҙалы аласаҡ 25.03.2015

Бындай хоҡуҡҡа яҡташтарыбыҙ сирек финал уйындары һөҙөмтәләренән һуң лайыҡ булды.

Регламентҡа ярашлы, миҙалдар өсөн көрәштә Рәсәй командалары ғына ҡатнаша. Шуға ла ярым финалға сыҡҡан   «Һарыарҡа» клубы был исемлектән төшөп ҡалды. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙ Братина кубогы өсөн артабанғы көрәштә тап Ҡаҙағстан вәкилдәре менән осраша. Тәүге ике уйын 28 һәм 29 мартта дәғүәселәр майҙанында үтә.  Икенсе парҙа Ижевск менән Тверь ҡалалары командалары көс һынаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика