Бында һырғалаҡта шыуырға, хоккейҙа көс һынашырға була. 29.12.2014

Благовещен ҡалаһының 4-се урта мәктәп уҡыусылары өсөн шатлыҡлы ваҡиға -  1 мең 800 квадрат метрҙа хоккей майҙансығы асылды. Ул ноябрь аҙағында төҙөлә башлай һәм ҡала хакимиәте, урындағы ойошмаларҙың финанс ярҙамы менән сафҡа индерелә.

Был көндө Таһир Нәбиев та түҙемһеҙләнеп көткән. Ул ете йәшенән алып конькиҙа йөрөй.
Таһир Нәбиев, «Машина төҙөүселәр» командаһының ҡапҡа һаҡсыһы: «Элек хоккейҙа уйнар өсөн йыраҡҡа йөрөргә кәрәк ине, хәҙер улай түгел. Буш ваҡытта килеп уйнап китһәң дә була. Хоккей - ҡаты, көсөргәнешле уйын, шуныһы менән иғтибарымды йәлеп итте».
Мәктәп биләмәһендә урынлашҡан боҙ майҙансығында тәжрибәле тренерҙар уҡыусыларҙы хоккей уйнауҙан тыш, конькиҙа йөрөргә өйрәтәсәк. Балаларҙың буш ваҡытын нисек үткәрергә тип борсолған ата-әсәләр, уҡытыусылар быға оло шатлығын белдерҙе.  
Хоккей майҙансығы бар талаптарға ла яуап бирә. Яҡында кейенеп-сисенеү урыны бар, шулай уҡ конькиҙы үткерләтеп була. Әйткәндәй, уҡыусылар физкультура дәресендә һырғалаҡта ирекле йөрөй аласаҡ, был йәһәттән мәктәпкә ҡырҡ пар коньки һатып алынған.
Спортты үҙ иткән бала сәләмәт тәнле, сәләмәт йәнле була. Ул уҡый ҙа, спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә. Был йәһәттән Благовещен ҡалаһында эштәр яйға һалынған - хәҙер төбәктә дүрт хоккей майҙансығы бар.
Хоккей майҙансығын асыу тантанаһы мәктәп командаларының сираттағы  уйыны менән тамамланды, бында еңелеүселәр юҡ. Иң мөһиме - йәш хоккейсылар ҡулай шарттарҙа күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген алды.
Благовещен ҡалаһында шулай уҡ шорт-трек һәм фигуралы шыуыу кеүек ҡышҡы спорт төрҙәренә иғтибар бүленәсәк. Ошо маҡсаттан киләһе йыл төбәктә ябыҡ һырғалаҡ асыу планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку


Яндекс.Метрика