Бынан 40 йыл элек Бөйөк Енеүҙен 30 йыллығына бер төркөм йәштәр Баймаҡ- Өфө маршруты буйынса саңғыла марш үтә

Бынан 40 йыл элек Бөйөк Енеүҙен 30 йыллығына  бер төркөм йәштәр Баймаҡ- Өфө маршруты буйынса саңғыла марш үтә 05.02.2015

Уға тиклем дә баймаҡтар 1935-се йылда саңғыла Өфөгә барып ҡайта. Быйыл райондың инициативалы кешеләре Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан өсөнсө маршрутҡа сығырға иҫәп тота.  

1975-се йылда Енеүҙең 30 йыллығын ҡаршылағанда 10 кешенән торған инициативалы төркөм алыҫ юлға сыға. Улар араһында комсомол активистары, йырға, бейеүгә әүәҫ йәштәр инә. Сөнки саңғысылар 13 көн дауамында юл ауырлығын күтәреүҙән тыш, байтаҡ ауылдарға инеп концерттар ҡуйырға өлгөрә, урындағы кешеләр менән осраша. Бөгөн был төркөмдөң күптәре юҡ инде, ә бер нисә хеҙмәт ветераны Баймаҡтың үҙендә йәшәй.
Быйыл Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылағанда баймаҡтар ошо уҡ маршрутты ҡабатларға уйлай. Район хакимиәте етәкселегендәге ойоштороусы төркөм әле үк әҙерлек эштәрен алып бара. Команда составын билдәләй, саңғы, кейем һалым экипировкаһы һәм башҡа кәрәк яраҡтарҙы барлай.
Ара алыҫ һәм хәүефле булһа ла, бөгөн үк саңғы маршрутын үтергә 8 кеше теләк белдергән. Команда составына инеү өсөн был иң төп шарт булып тора.
Быйылғы маршрут яҡынса 4 районды үҙ эсенә аласаҡ. Саңғысылар көнөнә 50 километр юл үтергә ниәтләй. Саңғы ярыштарының абруйын күтәреү, сәләмәт тормошто пропагандалау һәм әлбиттә беҙгә Еңеү яҙы бүләк иткән ветерандарҙы тәбрикләү һәм уларҙын батырлығы алдында баш эйеү был ҡатмарлы юлдың төп маҡсаты ла.  Саңғысылар  был юлы Өфөгә 8 көндә барып етергә иҫәп тора.
Гөлнур Ишбулатова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика