Был аҙнала Ҡырмыҫҡалы районында үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтә 13.02.2017

Йыл һайын ойошторолоп килгән ярыш данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.

Бындай ҡаһарман яугирҙар өлгөһөндә йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу яҡшы күренеш. Милли көрәш менән бергә генерал Шайморатовтың шәхесе лә данланасаҡ. Ветеран көрәшселәр билдәләүенсә, Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған ярыш 80-се йылдарҙа иң мәртәбәле бәйгеләрҙең береһе һаналған. Унда еңгән спортсылар шунда уҡ Башҡортостан йыйылма командаһы составына эләккән.  Быйылға турнир һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй беренселегендә көрәшергә йыйылма командаға иң көслө спортсылар һайланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика