Әбйәлил районы үҙәгендә бокс буйынса турнир үтте. 2001-2004 йылғы малайҙар араһында ойошторолған бәйгелә ринг хужаларынан тыш, республиканың Урал аръяғы төбәктәренән һәм күрше Силәбе өлкәһенән йәш спортсылар ҡатнашты 14.05.2015

Төбәк-ара ярыш Асҡарҙа өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Был юлы унда йөҙгә яҡын уҡыусы үҙ көсөн бер нисә ауырлыҡ үлсәмендә һынаны. Әлегә тиклем бындай кимәлдәге бәйгеләрҙә тәжрибә туплап өлгөрмәһә лә йәш боксерҙар еңеүгә ынтылыштары менән айырылып торҙо.  Шуға ла рингтағы һәр алыш көйәрмәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.  Әйтергә кәрәк, күркәм йолаға әйләнә барған турнир малайҙар араһында спорттың был төрөн үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Бокс менән шөғөлләнеү уларға еңеү сәме өҫтәй,  үҙҙәрен һаҡларға өйрәтә.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика