Буласаҡ ил һаҡсылары боҙҙа көс һынаша

Буласаҡ ил һаҡсылары боҙҙа көс һынаша 23.02.2017

Бөгөн Өфөлә  ҡала советы депутаты Павел Васильев призына ихата хоккей командалары араһында ярыштар үтте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сарала баш ҡаланың төрлө райондарынан 8 команда көс һынашты.

Павел Васильев призына уҙғарылған хоккей уйындары бишенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм ихата командалары араһында көтөп алынған спорт байрамына әйләнә бара. Сөнки һөүәҫкәр сәкән һуғыусылар өсөн күләмле ярыштар бик һирәк. Район, ихата араһында көслөлөрҙе асыҡлау өсөн был ҙур мөмкинлек. Уны уҙғарыу урыны тип профессиональ боҙ түгел, ә дөйөм ҡулланыштағы спорт майҙансығының һайланыуы ла әһәмиәтле. Был күренеш йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуға булышлыҡ итәсәк, ти ойоштороусылар. Һөҙөмтә бар. Тәүҙә Ленин һәм Киров райондары араһында ғына башланып киткән лига хәҙер тотош ҡаланы һәм күрше райондарҙы ла берләштергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика