Братина кубогы финалында «Торос» менән «Ижсталь» командалары осраша 04.04.2015

Нефтекамалар кеүек Удмурт Республикаһы хоккейсылары ла  үҙ дәғүәселәрен серияла 4-0 иҫәбенә ҡыйратып плей-оффтың хәл иткес этабына сыҡты.

Илдең юғары хоккей лигаһы регламентына ярашлы, финалдың тәүге ике уйыны 13-14 апрелгә тәғәйенләнгән. Улар күрше төбәк боҙонда уҙа. Артабан 17,18 апрелдә командалар Нефтекамала көс һынашырға тейеш. Әгәр ҙә был осрашыуҙарҙа чемпион асыҡланмаһа,   21, 23, кәрәк булһа  25 апрелгә уйындар ҡаралған. Әйтергә кәрәк, тәүге ике уйынды «Ижсталь» клубы баш тренерһыҙ үткәрә. Сөнки ярымфиналда Андрей Разин менән Тверь клубы баш тренеры Алексей Ждахин араһында һуғыш сыҡты. Шунлыҡтан судьялар уйынды 20 минутҡа яҡын туҡтатып торҙо. Һөҙөмтәлә һуғыш суҡмарҙары өс уйынға дисквалификация алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика