Боҙҙа осҡондар ҡабыҙып 27.02.2017

Өфөлә боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 21-се Европа чемпионаты үтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан вәкилдәре алтын һәм бронза миҙалдар яуланы.  

Өфөнөң Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Николай Красников икенсе йыл рәттән Европа чемпионы булды. Бронза миҙалға Стәрлетамаҡтан Дмитрий Солянников эйә булды. Икенсе урынға Рәсәйҙең тағы ла бер вәкиле, «ЦСКА» мәктәбенән  Эдуард Крысов сыҡты. Европа чемпионына бүләкте - Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, ә алтын миҙалды Австриянан ФИМ-Европа жюри президенты Сюзанна Хюттингер тапшырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика