Бишбүләк районында күренекле дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Илдар Ғимаев иҫтәлегенә район-ара хоккей турниры үтте

Бишбүләк районында күренекле дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Илдар Ғимаев иҫтәлегенә район-ара хоккей турниры үтте 25.02.2017

Бишенсе йыл рәттән ойошторолған асыҡ бәйге был юлы Миәкә, Балтас, Көйөргәҙе һәм Өфө районы командаларын йыйҙы. Турнирҙан билдәле спорт мастерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Ошонда уҡ хоккей буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте.

Боҙ майҙанында ярыш ҡыҙыу барҙы. Көн дә тигәндәй иртәнге сәғәт алтынан спорт менән шөғөлләнгән балалар сынығып бөткән. Уйын барышында ҡаты боҙға йығылыу улар өсөн бер ни тормай кеүек. Бәйге 2000-се йылдарҙа тыуған балалар араһында ойошторолдо.
Асыҡ хоккей турниры район-ара кимәлдә күренекле дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Илдар Ғимаевтың яҡты иҫтәлегенә ойошторолдо. Илдар Рәйес улы заманында республиканың иҡтисад һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бишбүләк районында тыуып үҫкән шәхес ябай слесарҙан юғары етәксегә тиклем данлы хеҙмәт юлы үтә. Совхоз директоры, район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, район хакимиәте башлығы, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаларын башҡара.
Рим Ғәлимов, социология фәндәре кандидаты: «Ниндәй генә яуаплы эштә эшләһә лә, Илдар Рәйес улы  намыҫлы булыуы, сәйәси-ижтимағи, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе төплө белеүе менән айырылып торҙо. Юғары вазифа биләүгә ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да һауаланманы, киреһенсә, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ябай, итәғәтле һәм кешелекле булып ҡала белде».
Бишбүләктәр яҡташының исемен, башҡарған эштәрен хөрмәт менән иҫкә ала. Район-ара кимәлдә уҙғарылған хоккей турниры быға асыҡ дәлил. Ә инде ҡыҙыу бәйге Өфө хоккей командаһының еңеүе менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика