Билдәле спортсы Миңлеғәле Абдуллин тыумыштан ишетеү һәләтенән мәхрүм 15.04.2015

Яҙмышында боролош яһарға уға ҙур  спорт ярҙам итә. Егерме өс йәшендә бөтәһен дә аптыратып һөйләшә башлай.  Ул насар ишетеүселәр араһында тәүге спорт мастеры. Миңлеғәле Абдуллин  исеме саңғы спорты тарихында яҡты эҙ ҡалдырған.

Миңлеғәле Абдуллин ғаиләлә өсөнсө бала. Был донъяға ул ишетеү һәләтенән мәхрүм булып тыуған. Күп бала тәрбиәләүсе Абдуллиндар улыбыҙ башҡаларҙан кәм-хур үҫмәһен тип, уны Стәрлетамаҡҡа насар ишетеүсе балалар мәктәбенә урынлаштыра. Был мәктәптә Миңлеғәле тик бишле билдәләренә генә өлгәшә.
Ҙур спортҡа ул Өфө  моторҙар берекмәһендә эшләй башлағандан һуң ғына килә. 1983 йылда спорттың юғары баҫҡысына күтәрелә. Италияла 15 саҡрымға уҙышта боролошта йығылып  өсөнсө урынға ҡала. Әммә иртәгәһенә бар көсөн туплап, алтын миҙал яулай. Команда ярышында ла һынатмай.
Миңлеғәле  яулаған миҙалдар ике бәләкәй ҡумтаға һыйырлыҡ. Уларҙы спортсы ныҡышмалы күнекмәләр аша яулаған. Бүләктәр араһынан был саңғылар иң ҡәҙерлеһе. Уны Германияла йәшәүсе спортсы дуҫы бүләк иткән.
Уға ике тапҡыр бөтә донъя һаңғырауҙар уйындарында сығыш яһау бәхете тейә.1987-лә Норвегияла үткән уйындарҙа уңышлы сығыш яһай алмай. Уңышһыҙлығының сәбәбе яҡын кешеһе - атаһын юғалтыу. Әммә тәжрибәле спортсыны башҡа ярыштарҙан  ситләтмәйҙәр. Уға һуңғараҡ Германияла, Финляндияла уңыш йылмая. Спортсы өлкәндәр араһында саңғы, йүгереү буйынса Европа, Рәсәй беренселегендә ҡатнаша.
Ҙур спортта егерме йылдан ашыу сығыш яһаған спортсы баш ҡалала фатирлы була  алмай. Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылына, атай нигеҙенә ҡайтып төпләнә. Бөгөн ул ерҙә ныҡ баҫып торған уңышлы кеше. Күрше-тирә уның Сурдолимпия уйындарынан  судьялыҡ  эшен башҡарып  ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп ҡаршы ала. Уның буш ваҡыты юҡ тиерлек. Спорт мәктәбендә балаларға күнекмәләр үткәрә, үҙе лә хәрәкәтләнмәй  тормай. Миңлеғәле Абдуллинға алтмыш йәш бирмәҫһең. Хуш күңелле, алсаҡ ир-уҙаман ауылдаштары һәм яҡташтары араһында тырышлығы, ихласлығы менән дә абруй ҡаҙанған.
Уның тормошо һәм яҙмышы  - ҡалын бер китапҡа һыймалы. Спортҡа булған һөйөү, техника, үҙәккә үтерлек күнекмәләр уны билдәле кеше иткән. Халыҡ араһына сығарған. Бөгөн дә ул хәрәкәтһеҙ тора алмай, яҙ етеү менән ике тәгәрмәсле дуҫы ярҙамында меңәрләгән саҡрымдар үтә.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика