Билдәле боксер Хәбир Сөләймәнов профессиональ карьераһын тамамлауы тураһында белдерҙе 24.11.2014

Һуңғы алышын ул мартта Америка спортсыһына ҡаршы үткәргәйне.

Әле күренекле милләттәшебеҙ башҡорт Сыңғыҙханы тураһында «БашГисХан» тигән китап яҙыу менән мәшғүл. Һуңынан ул яҙылған  сценарий буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй.  Оҙаҡ йылдар океан аръяғында йәшәгәндән һуң, Хәбир Сөләймәнов ошо көндәрҙә Рәсәйгә  ҡайтты. Ошо уңайҙан  уны  игеҙәк туғаны Сабир менән  төрлө  сараларға саҡыралар. Профессональ спортсылар менән  менән осрашыу Әбйәлил районы Ташбулат ауылында  ла үтте.  Унда уҡыусылар килгән ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе,  шулай уҡ буласаҡ китап тураһында ла ентекләп һорашты.
Әле Хәбир тыуған яғы Силәбе өлкәһендә  ауыл хужалығын үҫтереү, атап әйткәндә, ҡошсолоҡ фабрикаһында яңы технологиялар индереү ниәте менән яна. Киләсәктә ул профессиональ  спортҡа ҡайтыу  ихтималллығын да йәшермәй. Үҫмерҙәрҙә арҙаҡлы милләттәштәре менән осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.   Сара һуңында ҡунаҡтар йәштәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика