Бил бирмәҫ батырҙар

Бил бирмәҫ батырҙар 27.03.2017

Күгәрсен районында икенсе йыл рәттән төбәк-ара милли көрәш буйынса «Ҡыпсаҡ батыры» турниры уҙҙы.

Мораҡ спорт мәктәбе келәме быйыл һигеҙ район һәм ике ҡаланан килгән йөҙгә яҡын көрәшсене ҡабул итте. Бәйгенең баш судьяһы Айрат Шәрипов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа милли көрәште үҙ итеүсе  йәштәрҙең артыуы күҙәтелә. Бөгөнгө сара ла шуға дәлил. Көрәшселәр араһында уҡыусы балалар ҙа күп. Уларҙың фекеренсә, көрәш менән шөғөлләнеү рухи һәм физик яҡтан ныҡ булырға өйрәтә.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды. Еңеүселәр һаны буйынса күгәрсендәр икенсе йыл рәттән беренсе килә. Әйткәндәй, быйылғы турнирҙа шулай уҡ «Ҡыпсаҡ батыры» билбауы титулы булдырылды. Еңеү билдәһе район кимәлендә уҙған төрлө көрәш бәйгеләре буйлап күсеп йөрөйәсәк, ти ойоштороусылар. Әле уны Күгәрсен районы Ерекле ауылынан йәш көрәшсе Кинйә Собханғолов яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика