«Бейегерәк, көслөрәк һәм етеҙерәк!»

«Бейегерәк, көслөрәк һәм етеҙерәк!» 11.11.2014

Олимпия девизы кроссфит  хаҡында ла әйтелгәндәй.  Рәсәйҙә был спорт төрө бер нисә йыл  элек үҫеш алған. Ә Башҡортостанда бер йыл элек популярлашҡан.  Өфөлә кроссфит буйынса икенсе асыҡ  ярыштар  үтте.

Кроссфитҡа ауыр атлетика, пауэрлифтинг, гимнастика, гер спорты һәм башҡа төр күнекмәләр инә.  Раил Бикмаев кроссфит менән өс ай тирәһе генә шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә ул  яңы спорт төрөн үҙләштерергә лә, иптәштәре араһында танылырға ла өлгәргән. Быға тиклем дә спорт залынан сыҡмаған егет физик яҡтан нығытыусы, тупланған көстө һынап ҡарау мөмкинлеге биргән шөғөлдән  башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәй.
Өфөлә икенсе тапҡыр ғына ойошторолған  ярышта 18  атлет  ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән.  Кроссфит менән шөғөлләнеүселәр араһында ярыш бик үҙенсәлекле үтә. Ул өс турҙан тора. Күнекмәләрҙең ниндәй төрөндә көс һынашыуҙары  спортсыларға  бәйге башланырға бер нисә сәғәт ҡалғас  ҡына әйтелә. Йыш ҡына кроссфитҡа инмәгән күнекмәләр эшләргә лә талап ителә. Бындай көтөлмәнгәнлектән баһадирҙар  баҙап ҡалмай.
Азамат Нәзиров, ярышты ойоштороусы: «Кроссфит  менән шөғөлләнеүсе тормошта килеп тыуған хәлдәргә  әҙер була.  Спортта был йүнәлеш 13 йыл элек барлыҡҡа килде.  Кроссфитҡа йөрөүсе һәр ваҡыт иптәштәренең ярҙамын тоя,  камиллыҡҡа бергәләп ынтылыу, төрлө спорт төрҙәрен берләштереү   яҡшы һөҙөмтәләр бирә».
Кроссфит кешене физик  һәм рухи йәһәттән камиллаштыра тип билдәләй  көслө заттар. Өфөлә был йүнәлештә бер генә  спорт клубы эшләй. Әммә уға  килеүселәр артҡандан-арта.Әйткәндәй, күптән түгел  баш ҡалала спорттың был төрө  менән шөғөлләнеү өсөн майҙан  да барлыҡҡа килгәйне.  Бындай уңайлыҡ булдырыу  ҡаланың йәштәр комитеты менән берлектә ойошторолған. Ул Өфөнөң  44-се мәктәбе янында урынлашҡан.  Күнекмәләр бушлай, алдан төҙөлгән теҙмә буйынса һәм  тренер ярҙамында үтә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку