Бер йыл элек Өфөгә Олимпия утын ҡабул иткәйне

Бер йыл элек Өфөгә Олимпия утын ҡабул иткәйне 20.12.2014

«Сочи-2014» Ҡышҡы олимпия уйындарының төп символы ике көн дауамында баш ҡала урамдарын урап сыҡты.

Эстафетаны олимпия уйындары призеры Руслан Нәсибуллин башлап ебәрҙе.  Олимпия уты артабан ҡулдан-ҡулға күсеп, Өфө урамдары һәм иҫтәлекле урындары аша үтте. Шулай итеп илдең Алыҫ көнсығышында старт алған сара көндән-көн Сочи ҡалаһына яҡынайҙы. Ә инде бөтә донъя халҡы түҙемһеҙләнеп көткән ярыштар етенсе февралдә башланды. Рәсәй спортсылары яуланған миҙалдар һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Дөйөм иҫәпкә, Башҡортостан вәкилдәре лә үҙ өлөшөн индерҙе. Атап әйткәндә, шорт-тректа Семен Елистратов менән  Руслан Захаров алтын, биатлонда Ольга  Вилухина ике көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика