Бер айға яҡын һуҙылған тәнәфестән һуң суперлига командалары араһында волейбол буйынса Рәсәй чемпионаты старт алды 08.01.2015

17-се тур сиктәрендә Өфөнөң «Урал» волейболсылары  Белгородтың «Белогорье» клубын ҡабул итте.

Өс тапҡыр чемпиондар лигаһы еңеүсеһе республикаға  баш тренер Геннадий Шипулинһыҙ һәм иң көслө уйынсыларының береһе Георг Грозерһыҙ килде. Шуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар Европаның иң көслө коллективы икәненлеген  тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Беренсе партияла яҡташтарыбыҙ  25:20 иҫәбе менән еңеү яулаһа ла, ҡалған өс осорҙа улар дәғүәселәргә әллә ни ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Һөҙөмтәлә осрашыу  «Белогорье» файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды. Әле Башҡортостан командаһы 6 мәрәй менән турнир таблицаһында аҙаҡтан икенсе урынды биләй. 10 ғинуарҙа улар һуңғы баҫҡыста килеүсе «Грозный» менән көс һынаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика