Бер аҙ тәнәфестән һуң, бөгөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты уйындары яңыртыла

Бер аҙ тәнәфестән һуң, бөгөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты уйындары яңыртыла 22.12.2015

Алдан хәбәр ителеүенсә, уйындарҙың туҡтап тороуы Рәсәй йыйылма командаһының Беренсе канал кубогына ярышта ҡатнашыуына бәйле ине. Был матчта  ил хоккейсылары айырыуса ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп,  иң һуңғы  урында ҡалды. Бөгөнгө уйынға килгәндә, Өфөнөң Салауат Юлаев клубы үҙ боҙонда Мәскәүҙең «Динамоһын» ҡабул итә. Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙ динамосыларҙан 3-6 иҫәбе менән еңелгәйне. Бөгөнгө ярыш «Өфө-Арена» боҙ һарайында киске етенсе яртыла башлана. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтәсәк

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика