Баймаҡтар хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер! 31.10.2016

Районда ГТО нормаларын тапшырыу саралары башланды. Тәү башлап ҡулдарына спорт снарядтарын муниципаль хеҙмәткәрҙәр алды.

Сәләмәт рух һөйөүселәр Баймаҡтың «Баһадир» спорт-һауыҡтырыу комплексында йыйылды. Бында имтихан ҡабул итеү өсөн бер нисә зона ойошторолғайны. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, ҡулға таянып кәүҙә ауырлығын күтәреү кеүек күнекмәләрҙе үтәне. Күрһәткестәр махсус журналда теркәлде. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн әлбиттә, айырым талаптар ҡаралған, норматив тапшырыусының йәше лә иҫәпкә алына. Артабан спорт һынауын райондың төрлө ойошмалары хеҙмәткәрҙәре үтә башлаясаҡ.
Вадим Ғәбитов, Баймаҡ район хакимиәтенең спорт секторы етәксеһе: «Әлегә районда ГТО нормаларын бөтәһе 614 кеше тапшырҙы. Уларҙың икәүһе алтын, 13-е көмөш, тағы 18-е бронза билдәгә лайыҡ булды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика