Баймаҡтар беренсе! 24.03.2015

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Волга буйы федераль округы спортсылары араһында КЭС-баскет мәктәп баскетбол лигаһының  финал ярыштары уҙҙы. Баймаҡ ҡалаһының «Шторм» ҡыҙҙар баскетбол командаһы иң көслө 14  команда араһында беренсе урынға сыҡты. Яҡташтарыбыҙ Мордва Республикаһының баскетбол командаһын 59 - 39 иҫәбенә еңде. Бындай уңыш район баскетбол спорты тарихында  иң ҙур еңеүҙәрҙең береһе. Дөйөм ярыштар «Стәрлетамаҡ- арена» боҙ һарайында биш көн дауам итте. Унда Волга буйы федераль округынан барлығы утыҙ команда ҡатнашты.  

Өс көн дауамында Стәрлетамаҡ ҡалаһында Баймаҡтың «Шторм» ҡыҙҙар баскетбол командаһы  Татарстан  һәм Мордва Республикалары, Пенза  һәм Һарытау өлкәләре командалары менән көс һынашты. Волга буйы федераль округының  иң көслө командалары менән Баймаҡтар тәүгә осрашты.  Беренселек  өсөн хәл иткес ярыш Мордва Республикаһының « Өмөт» командаһы  менән барҙы.
Дүрт уйында ла Баймаҡ  ҡыҙҙары дәғүәселәрен ҙур айырма менән артта ҡалдырҙы. Команда тренеры Ринат Мукаев бер нисә мәртәбә уйынсыларҙы алыштырҙы, тайм-аут алды. Мордовия командаһы  һуңғы минутҡаса сәмле көрәш алып барҙы.  
Яҡташтарын көсөргәнешле ярышта ҡеүәтләргә Баймаҡтан бер төркөм көйәрмәндәр ҙә килде. Бындай теләктәшлек спортсыларҙың рухын күтәрҙе,  көс-ҡеүәт өҫтәне. Ярыш Баймаҡтар файҙаһына  59-39 иҫәбе менән тамамланды. Сағыу еңеү райондың баскетбол спорты тарихының яңы битен асты.
Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, тыуған ҡалаларында  еңеүселәрҙе  төнгө сәғәт өстә  тантаналы шарттарҙа ҡаршы алдылар.  Әммә ҡыйыу ҡыҙҙар бер нисә көндән йәнә юлға сыға.  Был аҙнала улар  Ульяновск өлкәһенә суперфинал уйындарына юллана.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика