Баймаҡтан баш ҡалаға саңғыла юл үткән спортсылар тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайтты 14.03.2015

Ошо уңайҙан төбәктә матбуғат конференцияһы ойошторолдо.  Осрашыуҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы  егеттәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы, Баймаҡ энциклопедияһын бүләк итте.

Баймаҡ комсомолецтарының әле Бөйөк Ватан һуғышынан алдағы‐ 1935-се йылғы саңғыларҙағы сәйәхәтен һәм 1975-се йылда Бөйөк Еңеүҙең утыҙ йылығына арналған маршрутын ҡабаттан үтеүсе егеттәр Баймаҡ тарихында тағы бер йылы эҙ ҡалдырҙы. Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған патриотик сара хаҡында Башҡортостан башлығы Рөстәм Зәки улы ла хуплау һүҙҙәрен еткерҙе, тине сығышында Илшат Ситдыҡов.
Егеттәрҙең ҡыйыулығы ысындан маҡтауға лайыҡ. Был маршруттың маҡсаты һәм саңғысылар хаҡында йәш быуын белергә бурыслы. Шуға ла бындай осрашыуҙарҙы мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарынлда ла уҙғарыу мөһимлеге билдәләнде. Егеттәр менән бер рәттән оҙон юлды үтергә ярҙам итеүсе бағымсылар, ойоштороуҙа ҡатнашҡан етәкселәр ҙә район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Осрашыуҙа саңғылар үҙ тәьҫораттары менән дә бүлеште. Юл дауамы улар  фотоотчет алып бара. Уларҙың күптәре менән Баймаҡ районының рәсми сайтында ла танышырға мөмкин була. Республиканың биш районы аша туранан Өфөгә юл ун көн дауам итә. Егеттәр төрлө ауылдар аша үтә. Һәр бер тарафта Баймаҡ саңғысыларын йылы ҡаршы алалар. Әлбиттә, төп маҡсат һуғыш ветерандары менән осрашыу булла. Ҡыҙғанысҡа юл дауамында уларға ни бары өс һуғыш һәм бер тыл ветераны менән күрешергә насип була. Ветерандарҙың һирәгәйеүе кәйефте ҡырһа ла, сараның Бөйөк Еңеүгә арналыуы һәләк булған яугирҙарға ла дан булып яңғыраны, ти егеттәр.
Йылдар үтеү менән дә был сара егеттәрҙең күңелендә яҡты эҙ булып һаҡланырына шигем юҡ ти 1975-се йылда үҙе лә ошо уҡ араны үтеүсе Салауат Иҫәнғолов.
Матбуғат конференцияһында башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуаптар бирелде.  
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика