Баймаҡта Урал арьяғы райондары хакимиәттәре белгестәренең һәм төбәк башлыҡтарының спартакиадаһы үтте 14.03.2017

Спорт майҙанында Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр һәм Учалы райондары вәкилдәре осрашты. «Ирәндек» туристик базаһында үткәрелгән ярыш программаһы спорттың һигеҙ төрөнә нигеҙләнде.

Хеҙмәт коллективтары араһындағы спартакиадалар совет йылдарынан ҡалған матур традиция. Шуны унышлы дауам итеүсе көньяҡ райондарҙа унын егерме йыллыҡ тарихы бар. Тап бер мен тугыҙ йөҙ тукһан алтынсы йылда Баймаҡта  хакимиәте белгестәре өсөн тәүге ярыштар ойошторола. Шунан алып йыл һайын спорт майҙанында спорт өлкәһендә үҙ көсөндө һынап ҡарау өсөн барыһы ла ярыш майҙанынан йыйылды.
Ярыштарҙын быйылғы програмаһына тәүге тапҡыр арчери биатлон, туп менән хоккей һәм тюбинг трассаларында эстафета индерелде.
Ә шулай ҙа программанын ин сағыу өлөшө район башлыҡтары иненә төштө. Баймаҡ ере йылҡысылыҡтын тыш, менге, сабыш аттары менән дә дан тота. Ҡуянтау ауылында бөгөн ипдром бар, унын янында ярыш аттарын үсетерүесе махсус ферма. Быйыл Ылаҡ уйыны өсөн аттар алынды. Шуға күрә ете район башлығы өсөн тәүге һынау ул рус тоҡомло аттарҙа һигеҙ йөҙ метр дистанцияны үтеү, мәргәнлектә көс һынашыу ине.
Икенсе ярыш майҙанында тюбинг трассаларындағы эстафета барыһын да ла ынғай тәсьироттар ҡалдарҙы. Бында тенеү генә түгел, ин мөһиме ҡатнашыу, бер берен менән танышыу һәм саф һауала , матур тәбиғәт ҡосағында аралашыу ҙа тик якшы эмоциялар бирҙе.  Спорт һәм сәләмтәлек байрамы һунында енеүселәр һәм призерҙар лайыҡлы наградаларын алып ҡыуанды. Киләһе сапртакиада эстафетаһы Әбйәлил районына тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика