Баймаҡ саңғысылары юлын дауам итә 03.03.2015

Улар Ғафури районын үтеп бөгөн кис Ҡырмыҫҡалы районының Оло Күл ауылына килеп етте. Беҙҙең ижади төркөм спортсыларҙы Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Ишембайҙың Ҡолғана ауылына тиклем араны үткән сағында тап итте. Саңғысылар үҙҙәрен яҡшы тоя. Көнөнә улар яҡынса ҡырҡ саҡрым ара үтә.

Бөрйәндән алып Ишембай районына тиклем тура юл саңғысылар өсөн иң оҙон арауыҡ. Аҫҡарҙан Ҡолғана ауылына ҡәҙәр илле километр. Текә таулы урман юлынан саңғысылар бер-береһен көтәүеләп бара. Билдәләнгән маршруттан һәм ваҡыттан тайпылмайҙар. Спортсыларға һауа торошоноң яҡшы тороуы ла кәйеф өҫтәй. Һоҡланғыс Бөрйән тәбиғәте дәрт бирә.
Баймаҡ саңғысыларын һәр тарафтарҙа ла яҡшы ҡаршы алалар. Еңеүҙең етмешенсе яҙын ҡаршы алыусы һуғыш ветерандары һәр ауылда булмаһа ла,  осрашыуҙарҙа уларҙы хөрмәтләп иҫкә алалар. Алыҫ араға йөрьәт иткән саңғысыларҙың башланғысы балаларҙа, йәштәрҙә лә һоҡланыу уятты. Һәр кем улар менән фотоға төшөп тарихҡа инеп ҡалырға тырышты.
Саңғысыларҙы дәртләндереү ниәтенән Ишембай районының Ҡолғана ауылында Баймаҡ артистары ла килде. Ауыл халҡы менән осрашыу икенсе көн иртән мәктәптә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, урамдарҙа бер ни тиклем халыҡ йыйылып өлгөрҙө.
Ҡыҙғанысҡа, Ҡолғанала һуғыш ветерандары ҡалмаған. Бынан ҡырҡ йыл элек Бөйөк Еңеүҙең утыҙ йылығына арналған Баймаҡ саңғысылары маршруты ла Ҡолғана аша үткән.
Ишембай яҡтарында саңғысыларҙы ҡарҙың күп булыуы хайран итә. Быйыл яҙҙың иртәләүе Өфөгә юлды ҡатмарлаштырыуы бар, ти улар.
Баймаҡ саңғысылары маршруты дауам итә. Яҡташтары улырҙың хәле менән Баймаҡ хакимиәте сайтында даими танышып бара. 5 март улар Өфөнөң Еңеү паркында буласаҡ.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика