Баймаҡ районынын Ярат ауылы биләмәһенә ҡараған төбәктәр ҡышҡы спорт уйындары буйынса «Һаулыҡ - ҙур байлыҡ» тип аталған спартакиада үткәрҙе

Баймаҡ  районынын Ярат ауылы биләмәһенә  ҡараған төбәктәр  ҡышҡы спорт уйындары буйынса «Һаулыҡ - ҙур байлыҡ» тип аталған  спартакиада  үткәрҙе 12.02.2018

Был саралар  якынлашып килгән Ватанды һаклаусылар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иҫтәлегенә һәм совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыуға арналды. Көслөләр, етеҙҙәр һәм мәргәндәр ярышы 5 ауылды берләштерҙе.

Саң борҡотоп түгел, ә ҡар буран уйнатып, елдән етеҙ  елгән һыбайлылар һис һүҙһеҙ спорт байрамынын үҙәгендә булды. Былар иһә уның ысын мәғәнәһендә  Башкорт кавалеристарының вариҫтары. Сөнки ауыл биләмәһе  ошо дивизияға  алты  яуғир биргән.   Башкорт өсөн ат яуҙа юлдаш, кымыҙы күп сирхауҙан дауа. Шуга ла ат сабыштары кышкы һабантуйҙың төп ярышы тип билдәләнде. Башкорт токомло аттарҙы үҫтереүгә әһәмиәт биргән Баймак ере былтыр республикала абсолют чемпион исеменә лайык булды. Был юлы ла атлылар , юртактар сафында   унын өлкәнме, балалармы  булыуына карамаҫтан  тәжрибәле  һыбайлыларҙы күрергә мөмкин ине.
Был көндө  спартакиадаға килгән һәр ауыл кешеһе‐ йәше,  карты ла  саңғыға баҫты.  Ҙур арауыҡтағы  дистанциялар  һәр кемгә еңел  бирелмәй, финишка етеү өсөн күптәргә  актык көсөн туплап  ынтылырға тура килде.  
Ғаилә  йылында спортҡа  күберәк йәш ғаиләләрҙе ылыктырыу,ауылдар араһында сәләмәт тормошто пропагадалау максаты менән дә үткәрелде был ярыштар.Приздар фондын һәр ауыл үҙ эшкыуарҙары һәм әүҙем кешеләре менән  бергәләп хәл итте. Енеүселәрҙе хәтәр шәп  бүләктәр көтә ине.    
Шулай итеп кышкы спартакиада көслөләрҙе, етеҙҙәрҙе һәм мәргәндәрҙе билдәләне.  Саф һауа,  файҙалы үткән  ялдар һәр кемгә якшы кәйеф өҫтәне.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку