Баймаҡ районының Темәс ауылында ҡышҡы ат спорты ярыштары үтте

Баймаҡ районының Темәс ауылында ҡышҡы  ат спорты ярыштары үтте 09.03.2017

Шәхси эшҡыуар Рауил Ирназаров  тәҡдиме менән  ойошторолған ат спорты бәйгеһендә  Баймаҡ районынан тыш,  Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә арғымаҡтар һәм спортсылар үҙ көсөн һынаны.  

Борон-борондан ат сабыштары  хеҙмәт байрамдарының төп атрибуты һаналған һәм ул үҙ янына иң күп тамашасыларҙы йыйған.  Башҡорт атының төп генофонды һаҡланған, ат спорты үҫешкән һәм республикала иң күп йылҡы аҫралған төбәк булараҡ, Баймаҡта уға иғтибар бер ҡасан да кәмегәне юҡ. Ҡыш көндө үткән ат спорты ярыштары ла  ысын мәғәнәһендә ҙур тамашаға әүерелде.   Сара иллегә яҡын юртаҡтарҙы һәм бәйгеселәрҙе бер урынға йыйҙы.  
Уҙғарылған   ат сабыштары   йылҡы малы аҫыраусылар өсөн   көтөп алынған ваҡиға. Был ярыштарға улар бик  етди әҙерләнгән. Беренсенән, сараның  абруйы юғары талаптар ҡуйһа, икенсенән  ошондай саралар сәм өҫтәй. Тамашасылар  рус, орлов  юртаҡтарының һәм таҙа ҡанлы башҡорт тоҡомло аттарҙың төрлө дистанцияларға сабыштарын,  юртаҡтарҙың уҙышын ҡарай алды.  Ә  көйәрмәндәрҙә айырыуса  санаға егелгән ат менән 6 км  арауыҡта уҙыштар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Үткән сара районда төрлө тоҡомло спорт атта¬рының ярышы  йылдам үҫеш алғанын тағы бер ҡат иҫбатланы.  Киләсәктә был юҫыҡта  тағы ла шарттар яҡшырасаҡ әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика