Баймаҡ районында тәүге тапҡыр һыбайлы биатлон ярышы үтте

Баймаҡ районында тәүге  тапҡыр һыбайлы биатлон ярышы үтте 15.06.2016

Был уйын бөтә донъяла беренсегә ойошторола һәм район уға киләсәктә  патент алырға йыйына. Уйын  ял көндәрендә  уҙған һабантуй ҡунаҡтарына ла күрһәтелде. Уны ойоштороусы билдәле совет биатлонсыһы, күп тапҡырҙар Олимпия чемпионы Александар Тихонов үҙе Баймаҡҡа килде.  

Был уйынды   күрһәтер өсөн Баймаҡ егеттәренә   ике аҙна самаһы әҙерләнергә  тура килә. Командаға төрлө һөнәр эйәләре тупланған.  Бында махсус уйынсылар ҙа һайлап алынмай, ә  кем бала саҡтан  йылҡы малын үҙ иткән шулар   ҡатнашты.  Был  ярыштың үҙенсәлеге шунда  бында һыбай сапҡан егеттәр билдәле биатлон уйынының тулы күсермәһен ҡабатлай.  Спортсылар саңғыла  йүгерһә, ә егеттәр һыбай сабып,  сәпкә тейҙерергә тейеш.
Баймаҡ районы йылҡысылыҡ буйынса  республикала тәүге урындарҙы биләй. Был  тармаҡтың үҫешенә  киләсәктә сублимацияланған йәғни ҡоротолған   бейә   һөтөн   етештереү  күҙ уңында тотола. Атлы биатлон уйынының тап Баймаҡ ерлегендә үтеүе лә осраҡлы түгел. Быны  совет биатлонсыһы, күп тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Тихонов үҙе тәҡдим иткән.
Атлы биатлон ярышы ‐ район һабантуйының да төп  кульминацияһы булғандыр. Шулай уҡ  ҙур йыйында  төрки  халыҡтарының милли уйындарының береһе‐  Ылаҡ, һыбайлыларҙың ат өҫтөндәге   төрлө трюктары ла  килгән ҡунаҡтарға тәҡдим ителде. Милли уйындар, бил бирмәҫ көрәшселәр майҙаны, ат сабышы һәм спорт ярыштары, байрам концерты. Быйылда   халыҡ ошо күңелле тамашаларҙы көтөп алды.
Әлбиттә һәр һабантуйҙың төп биҙәге ул ‐ тирмәләр.  Йылдағыса, һәр хужалыҡ үҙ   тирмәһен ҡорған.  Ата -бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәтен сағылдырған тирмәләр  оло йыйынға килеүсе район халҡын ғына түгел, ә сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ла үҙенә ылыҡтырҙы. Ағас һауыт-һабалар, ҡул тирмәне, тирмә эргәһенә ҡоролған ҡыуыштар һәм шулай уҡ милли аш-һыуҙың төрлөлөгө   боронғо  көнкүреште күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте.
Ғөмүмән алғанда,  баҫыу   эштәре тамамланыуға дан йырлаған был байрам Баймаҡ районында    ҙур кимәлдә үтте.  һабантуй -  яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау  ғына түгел,  халыҡты үҙ‐ара  берләштереүсе байрам да.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика