Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы спортсылары волейбол ярышы ойошторҙо

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы спортсылары волейбол ярышы ойошторҙо 24.01.2017

Унда төбәк командаларынан тыш, күрше  Йылайыр йәштәре лә ҡатнашты.

Һуңғы йылдарҙа  урындарҙа ауыл кубогына спорт ярыштарын ойоштороу бер аҙ һүнеп торһа, бынан бер нисә йыл элек был саралар берҙәм йәнләнде. Ишмырҙа ауылы кубогына ир-егеттәр командалары араһындағы  волейбол ярышы райондың Әбделкәрим, беренсе Этҡол, Ишмөхәмәт, Ишмырҙа ауылдары, Йылайырҙан Матрай һәм Юлдыбай командаларын бер урынға йыйҙы. Күршеләр менән дуҫлыҡ ептәрен нығытып,үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу- сараны ойоштороуҙоң бер маҡсаты ине.
Сарала командаларҙың көслө, берҙәм булыуы тәү ҡараштан һиҙелде. Шуға күрә уйын бик ҡыҙыу барҙы. Ир-егеттәрҙең төрлө йәштә булыуына  ҡарамаҫтан, һәр кем ҡулында таһыллыҡ, туп менән идара итеү һәләте сағылды. Ҡайһы бер ауылдарҙа команданы туплау ҡыйынлығы булһала, ошондай спорт ярыштарын ҡалдырырға тырышмай улар.
Хәҙерге заманда күптәрен донъя мәшәкәте баҫа, йәмәғәт сараларын ситкә ҡуялар. Урындарҙа экологик, мәҙәни, спорт сараларын үткәреү,ҡыҫҡаһы, ауылдың киләсәге бына ошондай дәртле, инициативалы йәштәр ҡулында. Ишмырҙала уҙған сара быға асыҡ миҫал булып тора.
Райондар дуҫлығын нығытҡан волейбол ярышы сәмле үтте, иң көслө команда тип Юлдыбай ауылы йәштәре билдәләнде. Әйтергә кәрәк, ошо айҙа Баймаҡ районында бихисап ауыл биләмәләре кубогына ошондай спорт ярыштары башлана, унда көньяҡ-көнсығыш райондары командалары ла ҡатнашасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика