Баймаҡ - Өфө марафонына бер йыл тулды 29.02.2016

Былтыр ошо ваҡытта ете  кешенән торған команда  Баймаҡтан  баш ҡалаға тиклем  саңғыла үтеп, район тарихын үҙенсәлекле ваҡиға менән байытҡайны. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған марафонда ҡатнашыусылар хәҙер инде үҙ-ара яҡын дуҫтарға әйләнгән.

Бынан бер йыл элек  республиканың биш районы аша Өфөгә барып ҡайтҡан егеттәр  ул көндәрҙе кисәгеләй хәтерләй. Улар бөгөн дә саңғынан айырылмай.  Буш ваҡыттарҙа осрашып юл мажараларын көлөшөп иҫкә ала.
Егеттәрҙең ҡыйыулығы ысындан маҡтауға лайыҡ. Сөнки, бындай аҙымға  һәр кем дә баҫа алмай.  Беренсенән үҙеңдә ышаныс, икенсенән һаулыҡ яғы ла  ныҡ булырға тейеш.
Белеүебеҙсә, Баймаҡ районы саңғысылары бындай ҙур сараны  тәүгә ойоштормай.1975 йылда, Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, 10 спортсы Өфөгә 13 көндә барып етһә, былтырғы йылда  7 саңғысы уларҙың  ҡаһарманлығын ҡабатланы. Сараның  Бөйөк Еңеүгә арналыуы, илебеҙ тыныслығы өсөн башын һалған  яугирҙарға  дан булып яңғыраны. Шуға күрә, ошондай сараларҙы йышыраҡ ҡабатлап тороу кәрәктер, ти  саңғысылар.  
Киләсәктә лә районыбыҙҙа Бөйөк Еңеүгә арнап ошондай марафонды үтергә теләүселәр  булыуына  шик юҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика