Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса 18-се спартакиаданың өсөнсө этабы үтте

Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса 18-се спартакиаданың өсөнсө этабы үтте 08.04.2016

Ярышта «Көнсығыш» зонаның 2001-2002 йылғы үҫмерҙәре һынау тотто.  

Милли көрәш бәйгеһе Көнсығыш райондары зонаһына ҡараған Баймаҡ, Сибай , Белорет, Учалы ҡалалары көрәшселәрен йыйҙы.  Бында  40-ҡа яҡын уҡыусы 9 ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты.
Учалы районы Йомағол ауылы көрәшсеһе Ильнур Филатов ярышҡа ныҡлы әҙерләнә. Тренеры Рәмил Әхмәтйәнов етәкселегендә шөғөлләнгән егет үҙ йәше һәм ауырлыҡ төркөмөндә лайыҡлы урын яулай.
Ярыш келәменә сығырға Темәс мәктәбе уҡыусыһы Әхәт Юнысов та ҙур көс һала, уның тырышлығы юҡҡа булмай. Үҫмер береһенә лә бил бирмәй.
Сәмле ярыш һөҙөмтәләре буйынса Баймаҡ районының йәш көрәшселәре һынатманы. Улар беренселеккә сыҡты, Сибай икенсе, Учалы өсөнсө, Белорет дүртенсе урынды яуланы. Артабан иһә еңеүселәр үҙ таҫыллыҡтарын баш алала үтәсәк ярышта һынай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика