Батырҙар төйәге 17.11.2015

Хәйбулла районында Урал аръяғының иң көслө билбау оҫталары йыйылды. Аҡъяр ауылында  милли көрәш буйынса сираттағы беренселек үтте. Ярыш Рәсәйҙең спорт мастеры Венер Исҡужиндың иҫтәлегенә арналды.

Йәш көрәшселәр олораҡ иптәштәренән айырмалы рәүештә оҫталыҡтарын шымартыу юлында ғына. Шуға ла көрәш алымдары ла гел тейешенсә килеп сыҡмай. Ләкин ярыш кимәле бер нәмәгә лә ҡарамай юғары кимәлдә. Ҡатнашыусылар араһында спортсы юлын юғалтыуҙарһыҙ тиерлек үтеүселәр байтаҡ, республика кимәле ярыштары еңеүселәре лә булды.
Ярышҡа Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарының 80-ндән ашыу спортсыһы йыйылды. Егеттәр үҙ-ара күптән таныш, көндәштәр тиергә лә була. Шуға ла бәйге икеләтә ҡыҙыҡлы булды. Бынан тыш көрәшселәр данлыҡлы яҡташтары Венер Исҡужиндың яҡындары менән аралаша алды. Улар иһә үҙ сиратында хәтирәләргә лә бирелде.
Көрәшселәр йәш буйынса үҫмерҙәр һәм өлкәндәргә бүленеп бер нисә ауырлыҡ категорияларында көс һынашты. Еңеүселәр командалар араһында һәм шәхси беренселектә лә билдәләнде. Келәмдә оҫталығын иҫбатлағандар бүләктәргә, башҡалар тәжрибәгә эйә булды. Сөнки 9-сы мәртәбә үткән турнирҙың төп маҡсаты башҡорт милли көрәшен үҫтереү, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу һәм әлбиттә ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән Венер Исҡужинды иҫкә алыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика