Батырҙар бил һынай 14.05.2016

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында баш ҡаланың милли мәктәптәре уҡыусылары араһында көрәш турниры үтте. Келәмгә һигеҙ команда сыҡты, һәр береһендә 5-6 кеше.

Ярышыусылар ауырлыҡ буйынса 45-тән -75 килограммға тиклем категорияларға бүленеп үҙ-ара көс һынашты. Турнир башлыса һәүәҫкәр спортсылар араһында үтеүенә ҡарамаҫтан, көрәш көсөргәнешле булды. Ярыштың ғәҙел үтеүен тәжрибәле судьялар тикшерҙе. Йәштәрҙә көрәшкә ҡыҙыҡһыныу бар, секцияларға йөрөүселәр кәмемәй, ти тренерҙар. Уҡыусылар араһында юғары уңыштарға өлгәшеүселәр ҙә байтаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика