Батырҙар бер келәмдә 04.04.2017

Туймазыла район хакимиәте башлығы призына Милли һәм билбау көрәше буйынса турнир ойошторолдо. Туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған сарала ике йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Ярыштың географияһы йылдан-йыл киңәйә.  Үҫмерҙәр Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйыла, шулай уҡ Татарстандан килгән делегация ла уңышлы сығыш яһай.

Еңеүселәргә Дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Туймазылар бәхетенә, киләһе йыл көрәш, самбо һәм башҡа көс талап иткән спорт төрҙәре менән шөғөлләнер өсөн яңы спорт залы эшләй башлаясаҡ. Күнекмәләр өсөн генә түгел, республика, ил кимәлендә күләмле турнирҙар үткәреүгә лә яңы майҙансыҡ һәр яҡлап уңайлы булыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика