Башҡортостандан Татьяна Лебедева 2008 йылда Пекинда үткән йәйге олимпия уйындарында яулаған ике көмөш миҙалынан мәхрүм ителде

Башҡортостандан Татьяна Лебедева 2008 йылда Пекинда үткән йәйге олимпия уйындарында яулаған ике көмөш миҙалынан мәхрүм ителде 26.01.2017

Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкилдәре яҡташыбыҙҙы тыйылған туринабол препаратын ҡулланыуҙа ғәйепләне. Билдәле спортсы үҙ сиратында наградаларын ҡайтарырға әҙер булыуын, әммә бының өсөн ғәйепләүҙе иҫбатлаусы аныҡ дәлилдәр килтерелеүен талап итте.

Шулай уҡ ул үҙ хоҡуҡтарын Лозанналағы спорт арбитраж судында яҡлау өсөн документар туплай башлаған. Стәрлетамаҡта тыуған Татьяна Лебедева олимпия уйындарындағы тәүге көмөш миҙалын 2000 йылда Сиднейҙа яулай. Тағы ла 4 йылдан яҡташыбыҙ  Афинала Олимпия уйындары чемпионы исеменә лайыҡ була. Профессиональ спорттан киткәндән һуң танылған спортсы Волгоград өлкәһе Думаһына депутат итеп һайлана. 2014 йылдан Федерация Советы ағзаһы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика