Башҡортостанда «Спорт легендалары» 9-сы район-ара еңел атлетика кроссы үтте 30.05.2017

Күләмле бәйге Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды һәм республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан ойошторолдо.  Шаран, Баҡалы, Стәрлетамаҡ, Мишкә, Туймазы райондарының йәш спортсылары ҡатнашҡан слет ғәҙәттәгесә, Шаран ауылында уҙғарылды.

Йәш арауығына ҡарап, балалар һәм үҫмерҙәр төрлө дистанцияларға йүгерҙе. Мәктәпкәсә учреждениелар тәрбиәләнеүселәренән  алып юғары уҡыу йорттары студенттарына тиклем - барлығы өс йөҙгә яҡын кеше стартҡа баҫты. Еңеүселәргә миҙалдар һәм дипломдар тапшырылды.
Руслан Шәймәрҙәнов, ярыш еңеүсеһе /Октябрьский ҡалаһы/: «Ике саҡрым арауыҡҡа йүгерҙем. Ярыш көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа финишҡа беренсе булып килдем. Киләсәктә лә ошондай күләмле сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа теләйем. Еңеүҙәр алда әле».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика