Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла

Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла 02.03.2015

Ошондай сараларҙың береһе уҙған ял көндәрендә герой тыуып үҫкән  Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Урындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында  генерал Шайморатов мемориалына милли көрәш буйынса турнир ойошторолдо.

Милли көрәш буйынса генерал Шайморатов мемориалы республиканың төрлө төбәктәренән  мәктәп йәшендәге иң көслө спортсыларҙы йыйҙы. Улар араһында республика, Рәсәй, хатта, донъя чемпиондары ла бар ине. Шуға ла Ҡырмыҫҡалы районында үткән ярыштың мәртәбәһе бермә-бер артты. Ветеран көрәшселәр билдәләүенсә, Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған ярыш 80-се йылдарҙа иң мәртәбәле бәйгеләрҙең береһе һаналған. Унда еңгән спортсылар шунда уҡ Башҡортостан йыйылма командаһы составына эләккән. Быйыл иһә, еңеүселәр араһында спорт мастеры исемен алыусылар ҙа булды.
Көсөргәнешле  ярыш һөҙөмтәләре буйынса чемпиондар  йәнә юғары баҫҡысҡа күтәрелде.  Шуныһы ҡыуаныслы, призлы урын алыусылар араһында бәйгелә ҡатнашыусы һәр район вәкилдәре бар ине. Турнирҙы ойоштороусылар еңеүселәрҙе миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән һөйөндөрҙө. Ярыш сиктәрендә спортсылар Миңлеғәле Шайморатовтың музейына барҙы, халыҡ геройының һәйкәленә сәскә һалды. Ҡаһарман яугирҙың иҫтәлегәнә арналған турнир киләһе йылдарҙа ла даими ойошторолоп торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика