Башҡортостанда «Хоккей йондоҙҙары аҙналығы» дауам итә 17.01.2017

Бөгөн инвалид спортсылар араһында следж-хоккей турниры башланды. Ярышта ҡатнашыу өсөн Өфөгә Чехия, Италия һәм Ҡытай командалары йыйылды. Рәсәй данын иһә  Мәскәү өлкәһенең «Феникс» командаһы яҡлай.

Уның составында Омск казармаһындағы фажиғәлә аяҡһыҙ ҡалған Саҡмағош районынан Рөстәм Нәбиев сығыш яһай. Иң тәүҙә боҙға Праганың «Спарта» клубы менән Ҡытай хоккейсылары сыҡты. Уйын Европа вәкилдәре файҙаһына 14:1 иҫәбенә тамамланды. Артабан Рәсәй следж-хоккейсылары менән  Италияның «Тироль бөркөттәре» көс  һынашты. Мауыҡтырғыс уйында яҡташтарыбыҙ 2-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Халыҡ-ара турнир еңеүсеһе 19-сы ғинуарҙа билдәле буласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика