Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап волейбол буйынса турнир башланды

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап волейбол буйынса турнир башланды 18.02.2015

Төрлө йәштәге спортсыларҙы үҙ эсенә аласаҡ бәйгенең тәүге этабы Нефтекама ҡалаһында старт алды.

«Отдушина-Өфө» республика именлек органдары клубы ветерандары тарафынан ойошторолған волейбол марафоны өс ай дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә төрлө ҡала һәм райондарҙа көсөргәнешле уйындар үтер тип көтөлә. Сара сиктәрендә «Отдушина-Өфө» клубы урындағы йыйылма командалар менән  иптәштәрсә осрашыуҙар уҙғарырға ла ниәтләй. Ошондай уйындарҙың береһендә Нефтекама волейболсылары  баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙан 0-2 иҫәбенә отолдо. Турнирҙа иһә иң күп мәрәй йыйып Бөрө ҡалаһы вәкилдәре еңеү яуланы. Хәҙер улар Еңеү көнө алдынан Өфөлә үтәсәк финалда сығыш яһау хоҡуғы алды.  Акцияның сираттағы туры  ошо шәмбелә Ишембайҙа уҙа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика