Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған волейбол эстафетаһы дауам итә

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған волейбол эстафетаһы дауам итә 12.03.2015

Нефтекамала старт алған марафон артабан Ишембай һәм Октябрьский ҡалаларында үтте. Артабан республиканың барлыҡ төбәктәрен йәлеп итәсәк турнирҙың киләһе этабы 21 мартта Сибайҙа уҙа.

«Отдушина-Өфө» республика именлек органдары клубы ветерандары ойошторған волейбол марафоны өс ай дауам итә.  Турнир барышында баш ҡала волейболсылары урындағы йыйылма командалар менән иптәштәрсә осрашыуҙар  ҙа уҙғара. Эстафета Еңеү көнө алдынан Өфөлә тамамлана. Унда  иң көслө ветеран командалары төп приз өсөн көрәшәсәк. Әлегә  финалда сығыш яһаясаҡ өс команда асыҡланды ла инде. Нефтекамала Бөрө спортсылары, Ишембайҙа Стәрлетамаҡ волейболсылары беренсе урын яуланы. Октябрьский ҡалаһында үткән турнирҙа иһә Туймазыларға етеүселәр табылманы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика