Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары сәләмәт тормош яҡлы 27.05.2017

«Яңылыҡтар» хеҙмәте коллективы быны үҙ өлгөһөндә күрһәтә. Уңайлы һәм арзан хәрәкәт итеү сараһы - велосипедты һәр икенсе хеҙмәткәр үҙ итә.

Ике тәгәрмәсле һәм тәү ҡарашҡа бик ябай ғына төҙөлгән был ҡоролма халыҡ араһында сәпит, велек тигән исемдәр менән йөрөтөлә. Әммә велосипедта бер тапҡыр йөрөп ҡараусылар уға ултырырға атлығып тора. Һуңғы йылдарҙа Өфөнөң төрлө өлөштәрендә махсус юлдар ҙа бүленде. Уңайлы һәм етеҙ велосипед көндән-көн беҙҙең тормошобоҙға ныҡлап  үтеп инеүе оло шатлыҡ.
Ниндәй генә быуын йәштәрен алма, улар ике тәгәрмәсле дуҫтары - велосипедҡа ҡарата  күңел түрендә йылы һәм ихлас тойғолар йөрөтә. Уның иҫ китмәле уңайлы һәм етеҙ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ҡыҙҙар хатта, күрше урамдағы магазинға ғына түгел, ә команда туплап алыҫ сәйәхәткә лә юлланырға әҙер.
Ысынлап та, велосипедта юғары тиҙлектә елергә, тауҙар артылырға ,төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Баш ҡала урамдарындағы автомобль тығындарын кәметеүгә һәм һауаны төтөн менән саманан тыш бысратмауға ла улар  булышлыҡ итер ине. Сит ил машинаһында эшкә йөрөүсе журналист Азат Саҙрыев та яҡын киләсәктә Өфөнө Дим биҫтәһе менән яҡшы велосипед юлы тоташтырыр тигән теләктә.
Журналист Рәмзиә Кәримова иһә велосипедҡа айырыуса һөйөү менән ҡарай. Хеҙмәттәшебеҙҙең  бала һәм үҫмер йылдары велосипед менән бәйле йылы хәтирәләр менән тулы. Шуға ла   хеҙмәттә сынығып үҫкән коллегабыҙға яҡындарынан уңғанлығы өсөн һәр ваҡыт велосипед инселәнгән.
Велосипедта йөрөү һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Глазко университеты ғалимдары көн һайын велосипедта йөрөү-йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрен 50 процентҡа кәметә, ваҡытынан алда үлем осраҡтарын даиҫкәртә. Хеҙмәттәшебеҙ Айнур Кәбиров та велосипед менән үҫмер ваҡытынан таныш. Велосипедта йышыраҡ  йөрөү теләге әлегә - хыялында.
Өфөнөң «Нефтсе» стадионында велофестиваль сиктәрендә ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ. Велосипедсыларҙан торған команданан велосипед һүрәте лә йыйыласаҡ. Велосипедсылар донъя рекрдын ҡуйырға ниәтләй. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары сара уртаһында булыр тип ышанабыҙ.
Велосипед спортын пропагандалау һәм үҫтереү аша беҙ үҙебеҙ йәшәгән мөхитте йәшәү өсөн уңайлы , донъяны сәйәхәттәр өсөн асыҡ һәм хеҙмәттәштәребеҙҙе һау-сәләмәт итеп күргебеҙ килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика