Башҡортостан йәштәре Клязмала үткән фекерҙәр ярышында призлы  урындар яулаған 08.08.2016

Воркаут спорт йүнәлеше лидерҙарының береһе Роберт Дәүләтшин -300 мең һумлыҡ дәүләт грантына лайыҡ булған. Бизнес- уйын технологияларын тәҡдим итеүсе  Татьяна Джумманың проекты ла уңышлы тип табылған.

Воркаут күнекмәләр өсөн бер-нисә турник һәм саф һауа кәрәк. Көнбайыштан килгән был спорт төрө урамда, асфальтта асыҡ һауала үкәрелгән  күнекмәләрҙән  ғибәрәт.Спорттың был төрө беҙҙең Республикала ла киң популярлыҡ яулай. 2014 йылдан Туймазы , Бәләбәй  ҡалаларында воркаут өсөн майҙансыҡтар асыла.  
Европа илдәрендә воркаут менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнергә була, ә Рәсәйҙә һауа шарттары ҡамасаулай. Һалҡын ҡыш көндәрендә   спорсыларға  күнекмәләрҙе туҡтатып торорға тура килгән. Әммә Рәсәй вәкилдәре  был мәсьәләне  лә хәл иткән. Күп кенә фитнес-клубтар үҙ залдарында воркаут зоналар булдырған. Республика ворткаут хәрәкәте лидерҙарының береһе Роберт Дәүләтшин был спортты артабан үҫтереү маҡсатында 300 мең һумлыҡ дәүләт гранты алыуға ирешкән.
Эшҡыуарлыҡты  үҫтереү өлкәһен  күргәҙмә модельдәрҙә күрһәтеү проектын Татьяна Джумма тәҡдим иткән. Был проект йәштәр араһында бизнес мөхитте булдырыу маҡсатында эшләнелгән. Проект авторҙары ролле уйындарҙа ҡатнашыусы йәштәр араһында үҙ эшен башлаусылар бермә-бер артасаҡ,тигән ышаныста .
Татьяна Джумма, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса дәүләт гранты алыусы: «Беҙҙең команда өсөн был ҙур еңеү ,үҙ командама рәхмәтлемен. Артабан был проектты рәсәй ҡалалары һәм ауылдарында ла йәйелдерсәкбеҙ».
Рәсәй күләмендә тәҡдим ителәгән124 проекттың 91 финалға үтә. Улар араһында Татьяна Джумма тәҡдим иткән проект беренсе урынға сыға, Роберт Дәүләтшин юғары рейтингҡа күтәрелеп спортты үҫтереүгә грант яулай. Яҡын киләсәктә Рәсәй күләмендә еңеүгә өлгәшеүсе йәштәр үҙ йүнәлештәре буйынса әүҙем эш алып барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика