Башҡортостан пираттары республика төбәктәре буйлап сәфәргә сыҡты 26.04.2017

Әммә улар хазина түгел, ә командаға яңы уйынсылар эҙләй.

Следж-хоккей буйынса республика клубы үҙенең турнеһы сиктәрендә тиҫтәгә яҡын боҙ майҙансығын урап сығырға ниәтләй. Хәйер, бының өсөн ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә спорт объекттары етерлек. Тәүге булып «Башҡорт пираттары» Саҡмағош районының сәләмәт тормош алып барыусылары менән осрашты. Бында хоккейсылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, теләге булғандарға санаға ултырып үҙҙәрен следж-хоккейҙа һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Төп маҡсат - йәш быуынды паралимпия спорт төрөнә йәлеп итеү, ти сараны ойоштороусылар. Турне барышында следж-хоккейсылар тағы ла Нефтекама, Салуат, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай һәм Өфөнөң Шаҡша биҫтәһенә барырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика