Башҡортостан командалары икенсе көн рәттән үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандырыуын дауам итә 24.04.2015

Кисә «Торос» хоккейсылары  Братина кубогын яулаһа,  бөгөн «Өфө» футболсылары ла уңышҡа өлгәште. Улар Пермдә көтмәгәндә Краснодарҙың «Кубань» клубын отто.

Уйын яҡташтарыбыҙ өҫтөнлөгө менән башланды. Һөҙөмтәлә тыуған көнөн билдәләүсе Денис Тумасян иҫәпте асыуға иреште. Әммә тәнәфестән һуң уңыш дәғүәселәргә йылмайҙы. Улар бер нисә минут арауығында ике гол менән яуап ҡайтарҙы. Осрашыуҙың иң мауыҡтырғыс өлөшө уйын аҙағына тура килде. Иң тәүҙә Жуниор Марсио пенальтиҙан иҫәпте тигеҙләне, ә һуңғы секундтарҙа Павел Аликин  «Өфө» клубына 3-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был уңыш Игорь Колыванов дружинаһына 25 мәрәй менән турнир таблицаһының 12-се баҫҡысына күтәрелергә мөмкинлек бирҙе.  Киләһе турҙы Башҡортостан командаһы 4-се майҙа Саранскийҙың «Мордовия» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика