Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн республиканың төп футбол командаһы менән осрашты 24.05.2016

Төбәк етәксеһе барлыҡ көйәрмәндәр исеменән «Өфө» клубы уйынсыларын миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән тәбрикләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ һуңғы турҙа «Спартак»ты еңеп турнир таблицаһының 12-се баҫҡысына күтәрелә алды.

Чемпионат башында команда алдында тәүге ун коллектив  араһына инеү бурысы ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, был һөҙөмтәне уңышлы тип әйтергә мөмкин. Сөнки быйылғы миҙгелдә мәрәйҙәр бик ауыр бирелде, шунлыҡтан бер юлы ике тренер отставкаға китергә мәжбүр булды. Аҙаҡҡы тур алдынан «Өфө» клубына хатта Премьер-лиган төшөп ҡалыу ҡурҡынысы янаны, әммә хәл иткес уйында Башҡортостан футболсылары һынатманы.
Республика башлығы футболсыларҙы артабан да тырышып уйнарға, яуланған позицияларҙы мөмкин тиклем яҡшыртырға саҡырҙы. Бының өсөн команда ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Әле киләһе миҙгелгә бюджетты төҙөү бара. Ә инде йәйге ялға китәсәк уйынсылар яҡынса өс аҙнанан йәнә Өфөгә йыйыла. Ул ваҡытҡа баш тренер булып кем киләсәге лә хәл ителер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика