Баш ҡалала тәүгә «Ысын ир-егеттәр уйындары» ойошторолдо

Баш ҡалала тәүгә «Ысын ир-егеттәр уйындары» ойошторолдо 05.12.2015

Спорт сараһында алтмышҡа яҡын кеше армрестлинг буйынса ярышты. Ҡатнашыусылар фекеренсә, ҡул көрәшендә еңеүгә өлгәшер өсөн сәләмәт тормош алып барыу, иң мөһиме ярыш ҡағиҙәләренән тайпылмау мөһим.  

Ике баһадир егет судьяның һәр һүҙен йотлоғоп тигәндәй тыңлай. Сөнки армрестлингта иғтибарһыҙлыҡ тиҙ еңелеүгә килтерә. Әлмир Шәрифуллин  һабантуйҙарҙа ҡул көсөн нығытып өлгөргән, спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә. Бигерәк тә йүгереүҙе өҫтөн күрә. Әлеге ярышҡа ул  яңы тәжрибә алыу өсөн килгән.  
Старт позицияһында судья ҡатнашыусыларға ҡулдарын дөрөҫ ҡуйырға аңлата. Һәр яңылыш хәрәкәт өсөн, мәҫәлән, терһәк таянсыҡтан күтәрелһә, тәүге тапҡыр - иҫкәртәләр, тағы ла ҡабатланһа - еңелдең тигән һүҙ. Иң мөһиме, көстө саманан арттырмаҫҡа кәрәк.
Был ярыш төрөндө «ҡоростай ҡулдар» ҡатнаша тиһәләр ҙә, күңелһеҙ осраҡтар йыш күҙәтелә. Айҙар буйы гипста йөрөмәҫ өсөн ҡағиҙәләрҙән тайпылмау мөһим.
Өфөләр иһә был йәһәттән тәртип һаҡларға тырышты, ярыш дауамында бер кем дә травматология бүлегенә оҙатылманы. Әйткәндәй, бәйгелә алтмышҡа яҡын баһадир ҡатнашты. Көйәрмәндәр ике тапҡырға күберәк. Сәмле сараның шаһиты булыу - үҙе бер ҡыуаныс, ти улар.  
Азамат Ғәҙелшин  был спорт төрөн бигүк үҙ итмәһә лә, еҙнәһе өсөн янып-көйөргә Күгәрсен районынан уҡ килеп еткән. Бушҡа түгел, Ринат Тажетдинов яҡшы күрһәткестәр менән һәр сығыш һайын ҡыуандырҙы. Уң ҡулы ла, һулаҡайы ла көслө булып сыҡты.
Нисек кенә булмаһын, алтын миҙал менән бүләкләнеү кәйефте генә күтәреп ҡалмай, ҡатнашыусыларҙа был спорт төрөнә ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттырғандыр. Әйткәндәй, ярышта өс ауырлыҡ категорияһы буйынса иң-иңдәр асыҡланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика