Баш ҡалала «Салауат Юлаев» клубы кубогына йәштәр араһында хоккей буйынса турнир дауам итә

Баш ҡалала «Салауат Юлаев» клубы кубогына йәштәр араһында  хоккей буйынса турнир дауам итә 29.07.2014

Кисә Өфөнөң «Толпары» Түбәнге Каманың «Реакторы» менән осрашты, Еңеүсе бары тик буллит серияһында асыҡланды. 4:3 иҫәбе менән ҡунаҡтар еңеү яуланы.

Бынан алда Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре яҡташтары, Нефтекама «Батыр»ын 7: 2 иҫәбе менән отто, ике шайба авторы - һаҡсы Роман Дубинин. Роман Дубинин, «Толпар» клубы һаҡсыһы: «Матчта еңеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ. Боҙҙа бик көсөргәнешле көрәш барҙы. Турнир бик яҡшы ойошторолған, бында иң абруйлы командалар ҡатнаша. Хәҙер быны уйын менән иҫбатларға ҡала». «Салауат Юлаев» кубогы 1 августҡа тиклем дауам итә. Ярыштың үткән ике көнө буйынса 1-се урында 5 мәрәй менән «Реактор», икенсе баҫҡыста 4 мәрәй алған «Толпар» килә. Овертаймда бер еңеү яулаған Нефтекаманың «Батыры» һуңғы 6-сы урынды йомғаҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку