Баш ҡала урамдары буйлап гүзәл заттар велосипедта уҙҙы

Баш ҡала урамдары буйлап гүзәл заттар велосипедта уҙҙы 22.05.2015

Флешмобтың төп талабы -ҡупшы кейемдә, күлдәк йә юбкала булыу. Күркәм акциянан ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар ҙа байрамса костюмдарҙа килгәйне. Сарала ҡатнашыусылар махсус велосипед юлы буйлап Ленин исемендәге майҙандан Телеүҙәккә тиклем барҙы, Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа, Яҡутов паркында туҡталыш яһап, иҫтәлеккә фотоға төштө. Әйткәндәй, былтыр ҙа бындай мауыҡтырғыс сара үткәрелгәйне, унда утыҙға яҡын ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика