«Баланы спортҡа алып кил» республика проекты Ишембайҙа старт алды

«Баланы спортҡа алып кил» республика проекты Ишембайҙа старт алды 01.09.2014

Акция балалар һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу  маҡсатында ойошторола.

Ҡалала яңы майҙансыҡтар төҙөлә, иҫкеләре төҙөкләндерелә, ихата спорты үҫә, матди-техник база яңыртыла. 29 августа «Нефтсе» стадионында фестиваль үтте. Унда спортсылар, тренерҙар, спорт клубтары һәм мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Стадионға килеүселәр спорт төрҙәре менән танышты, ҡалала эшләүсе секцияларға яҙылды. Байрамды йәш спортсыларҙың сығыштары биҙәне. Сараға Ишембайҙа тәрбиәләнгән шашка буйынса донъя чемпиондары Тамара Танһыҡҡужина менән Айнур Шәйбәков, биатлон буйынса донъя чемпионы Галина Куклева ла килгәйне.
Владимир Яковлев, «Йәш гвардия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлеге етәксеһе: «Был проект былтыр тормошҡа ашырыла башланы. Тәүге тапҡыр Өфөлә үтте, меңдәрсә балалар һәм үҫмерҙәр спорт секцияларына яҙылды. Сараның һөҙөмтәһе яҡшы тип баһаланды һәм беҙ уны республика буйлап та уҙғарырға ҡарар иттек. Быйыл Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында булдыҡ. Ишембайҙар сараға ныҡ әҙерләнгән. Спортҡа килергә теләүселәрҙең күплеген күрәбеҙ, тренерҙар яғынан да ҙур ҡыҙыҡһыныу бар».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку