Бүздәк районында быйыл 17 боҙ майҙансығы сафҡа ингән

Бүздәк районында быйыл 17 боҙ майҙансығы сафҡа ингән 29.12.2015

Сағыштырып ҡарағанда, былтыр уларҙың һаны өс тапҡырға кәмерәк була. Төҙөлөш эштәрендә депутаттар, бағыусылар ғына түгел, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнаша.

Һөҙөмтә бар: урында хоккейҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә башлаған. Каникулда мәктәп уҡыусылары араһында турнирҙар ойоштороу күҙаллана, еңеүсе командаға бүләккә ҡиммәтле хоккей формаһы һатып алынған. Түреш һәм Күҙәй ауылдары егеттәре тәүге матчын уҙғарҙы ла инде.
Каникул алдынан ойошторолған уйын бик ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә ҡабул итеүсе команда - түрештәр еңеүсе тип танылды. Әйткәндәй, йәш хоккейсыларҙың көйәрмәндәре лә килгәйне. Уларҙың да күбеһе боҙ майҙансығына мәктәптән һуң конькиҙа йөрөй, сәкән һуға. Сәләмәт тормош яҡлылар саңғы спорты менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика