Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Мәскәүҙә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир уҙҙы  08.05.2015

Тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бәйгегә илдең баш ҡалаһында йәшәүсе көслө спортсылар йыйылды. Улар араһында Рәсәй чемпиондары ла, спорт мастерҙары ла бар ине. Турнирҙа Мәскәүҙә хәрби бурысын үтәүсе Башҡортостан һалдаттары ла ҡатнашты.  Ярыш өс ауырлыҡ үлсәмендә лә ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә еңеү яулаған көрәшселәр спорт мастерлығына кандидат исеме алды. Ойоштороусылар ҡаһарман яҡташыбыҙҙың иҫтәлегенә  арналған  бәйгене киләсәктә даими үткәрергә ниәтләй.  Шулай уҡ Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарының береһендә милли көрәш түңәрәген асыу ҙа күҙаллана.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика