Бөрө һәм Мәләүез атлеттары – Өфөлә 23.09.2015

Баш ҡаланың 11-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре буш ваҡытын уҡ атыу шөғөлләнеп уҙғара. Әле улар республика ярыштарына әҙерләнә. Йәш спортсылар планында ил намыҫын донъя кимәлендә яҡлау.

Уҡтан атыу түңәрәгенә балалар ҙур теләк менән йөрөй. Малай-ҡыҙҙар кәм тигәндә, бында өс сәғәт шөғөлләнә. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйлә Моталованы спортҡа атаһы алып килгән. Түңәрәктә һигеҙ ай ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, уҡты ул дөрөҫ тота.
Түңәрәктә илленән ашыу бала шөғөлләнә. Әлбиттә, был спорт төрөндә үҙен тапҡан йәш спортсыларҙың мауығыуы эҙһеҙ үтмәй. Халыҡ-ара, республика, Рәсәй ярыштарында сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Әле лә улар октябрҙә Мәләүездә ойоштороласаҡ турнирға әҙерләнә. Был һынауҙы уңышлы үтеүселәр ноябрҙә Великие Луки ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ.
Һәр спорт төрөнөң үҙенә генә хас ҡағиҙәһе була тигәндәй, уҡтан атыуҙың үҙ талаптары бар. Йәйәне тартып атыр алдынан, ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйыу мөһим. Бер нимә лә уйламайынса атҡанда ғына сәпкә тейҙерергә була.
Әлбиттә, уҡтан атыу бер яҡтан ябай күренһә, икенсенән уның менән идара итеү ҡатмарлы. Бигерәк тә спортсы булмаған кеше өсөн ул еңелдән бирелмәй. Йәйәне тартыу үҙе генә ни тора! Кәм тигәндә егерме килограмм ауырлыҡ күтәреүгә тиң. Балаларҙы үҙенсәлекле ҡорал менән эш итергә тренер Валентин Кошарин өйрәтә.
Валентин Кошарин,  11-се олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры:  «Беҙҙә уҡтар ике төрҙән яһалған. Карбондан эшләнгәне нәҙегерәк. Ул урамда ярыш уҙғарыу өсөн файҙаланыла. Ә икенсеһе алюминдән. Карбондан айырмалы быныһы ҡалыныраҡ. Беҙҙең түңәрәктә үҫмерҙәр уҡтан атыуҙың ике төрлө ысулын үҙләштерә. Олимпия уйындарында ҡулланылған классик һәм сығыр уҡтан атыуҙы өйрәнә. Быныһы техник яҡтан үҙенсәлекле. Уҡ-һаҙаҡты тарттырыусы бау аша лупаға ҡарап сәпкә эләгергә мөмкин».
Һәр дәрес һуңында уҡыусылар уҡты киләһе күнекмәләргә әҙерләп ҡуя. Кемдер йәйә тартһа, икенселәр яңы уҡ эшләй. Ни тиһәң дә, сәпкә тейҙереү, күңел һалып эшләгән уҡтан башлана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика